

Күп үҫмерҙәр әле йәйге каникулы тураһында уйлай, социаль селтәрҙәрҙәге трендтар тураһында бәхәсләшә. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 11-се синыф уҡыусыһы Руслан ӘМИНЕВ Ҡытайға барырға әҙерләнә. Ялға түгел. Халыҡ-ара йәш иҡтисадсылар олимпиадаһына.
Руслан Рәсәйҙең иң яҡшы биш йәш иҡтисадсыһы иҫәбенә ингән һәм Халыҡ-ара иҡтисад олимпиадаһында ил исеменән сығыш яһаясаҡ. Ә олимпиада Ҡытайҙа 12–20 июлдә үтәсәк.
Руслан 3-сө башҡорт лицей-интернатында уҡый. Уңыш уға осраҡлы килмәгән. Егет Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының призеры булды һәм һөҙөмтәлә Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының йәшерен һәм үтә лә ҡатмарлы һайлап алыу турына үтә. Унда үҙе кеүек бөтә Рәсәйҙән йыйылған 70 иҡтисад “ғифрите” араһына эләгә. Иҡтисад, финанстар һәм стратегия буйынса зачет бирә, һөҙөмтәлә иң яҡшылар иҫәбендә финалға сыға.
Иң яҡшы 24 финалсыны командаларға бүләләр һәм Гарвард мәктәбенең реаль кейсын бирәләр, уны инглиз телендә яҡларға ҡушалар. Руслан заданиены үтәп кенә ҡалмай, ә иң яҡшы бишәү иҫәбенә инә.
Ул тиклем юғары кимәлдә еңеү яулау өсөн уникаль сифаттар кәрәк, ти 3-сө БЛИ-ҙың математика һәм иҡтисад уҡытыусыһы Руслан Ғабдрахманов.
– Беренсенән, тимер нервылар. Жюри күҙәтеүе аҫтында ҡәтғи тайминг шарттарында Гарвард мәсьәләләрен сисеү – өлкән топ-менеджерҙарҙың да һәр ҡайһыһы күтәрә алмаҫлыҡ стресс ул. Икенсенән, бизнесса фекерләү. Трендтарҙы күрә, хәүефтәрҙе иҫәпләй белергә һәм ҡағыҙҙа түгел, реаль тормошта эшләй торған сиселеште тәҡдим итергә кәрәк. Өсөнсөнән, харизма һәм тел. Проектты инглиз телендә МДУ эксперттары “вау” тиерлек итеп яҡлау телде бик шәп белеүҙе генә түгел, ораторлыҡ оҫталығын да талап итә. Руслан – ҡатмарлы мәсьәләләрҙән ҡурҡмай торған һәм ҡаты конкуренция шарттарында ла һөҙөмтә өсөн ең һыҙғанып эшләй торған егеттәрҙең береһе. Беҙ системалы әҙерләндек: теорияны ғына өйрәнеп ҡалманыҡ, ә заданиеларҙың төрлө варианттары һәм публика алдында яҡлау күнекмәләре өҫтөндә ентекле эшләнек, ти Руслан Ренат улы.
Руслан Әминевте әҙерләүгә туған лицейы, “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге һәм Стәрлетамаҡтың Мәғлүмәт-методик үҙәге лә үҙ өлөшөн индерә.
Фото: Илдар Ҡаҙнабаев / 3-сө БЛИ / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.