

Башҡортостандан килгән ғаризаларҙың күбеһе “Ватан һаҡсылары тураһында хәтер” һәм “Тарихи экспозиция” номинацияларына ҡарай.
Мәҫәлән, Өфөнөң 87-се мәктәбе “Космос һәм тормош” тигән музей ойошторған. Унда космонавтарҙың автографтары, Айҙың глобусы бар.
Туймазының 4-се мәктәбе метеорит киҫәге һәм Жак-Ив-Кустоның хаты ингән экспозиция туплаған.
Дәүләкәндәге 3-сө башҡорт гимназия-интернаты хәрби авиация училищеһы тураһында архив фотолары һәм документтары менән “ВАУР-овсы” музейын ойошторған.
Конкурстың финалы һәм еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы октябрҙә “Хәтер тере” форумында үтәсәк. Уны Йәш армия һәм Беренселәр Хәрәкәте ойоштора.
Фото: Туймазының 4-се мәктәбе / соцселтәрҙәр.
Сығанаҡ: Башинформ.