+19 °С
Ясно
Яңылыҡтар
22 Мая , 07:23

Мажара һәм детектив һөйөүсе балаларҙы бәхәскә саҡыралар

Мажаралы тарих яратыусылар, иң камил детектив ниндәй була? Белгегеҙ киләме? 30 майҙа Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү залында “Мәктәп уҡыусылары өсөн идеаль детектив серҙәре” тигән дискуссия үтәсәк. Сәғәт 11-ҙә башланасаҡ был ҡыҙыҡлы сараға 7–10 йәшлек балаларҙы көтәләр. Ата-әсәләрегеҙ менән килегеҙ.

Мажара һәм детектив һөйөүсе балаларҙы бәхәскә саҡыраларМажара һәм детектив һөйөүсе балаларҙы бәхәскә саҡыралар
Мажара һәм детектив һөйөүсе балаларҙы бәхәскә саҡыралар

Мажаралы тарих яратыусылар, иң камил детектив ниндәй була? Белгегеҙ киләме? 30 майҙа Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү залында “Мәктәп уҡыусылары өсөн идеаль детектив серҙәре” тигән дискуссия үтәсәк. Сәғәт 11-ҙә башланасаҡ был ҡыҙыҡлы сараға 7–10 йәшлек балаларҙы көтәләр. Ата-әсәләрегеҙ менән килегеҙ.

Енәйәтсе ҡылынған. Кем ғәйепле? Ҡайһы бер балалар енәйәт тураһында кино, йәнһүрәт ҡарағанда йә китап уҡығанда кем ғәйепле икәнен тиҙ генә белеп ҡала. Хикәйәләү дауам итә – был баланың хаҡлы булыуы асыҡлана.  Ҡайҙан белгән дә нисек аңлап ҡалған ул?

Әлеге сарала яҙыусылар һәм иллюстраторҙар менән бергәләп балалар мауыҡтырғыс тарихтарҙың нисек тыуыуы, детективтың төҙөлөшө, геройҙарҙың ниндәй булырға тейешлеге тураһында һөйләшәсәк.

Дискуссияла көтөлмәгән һәм мауыҡтырғыс сюжеттар авторҙары, тикшеренеүҙәр барышын һүрәттәр эсенә йәшерә белгән рәссамдар ҡатнашасаҡ. Евгения Русинова теләгән бер тикшеренеүҙе иҫ китмәле ҡыҙыҡ мажараға әйләндерә. Шағирә һәм прозаик Ольга Лишина, Юлия Весова буталсыҡ сюжеттар яҙып аптырата. Рәссам-илююстратор Леся Уланова үҙенең һүрәттәрендә мажара сырмалсыҡтарын сағылдыра.

Дискуссияны “Ҙур Балалар Фестивале Китап” йүнәлешенең кураторы Марина Молявина алып барасаҡ.

Инеү ирекле, тик ошо һылтанмала теркәлеү үтергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/6a0af22c6d2d73a0370385cd.  Урындар һаны сикле.

 

“ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы” БР Хөкүмәте булышлығында үтә. Ойоштороусылары – Сергей Безруковтың Социомәҙәни проекттарға булышлыҡ һәм үҫтереү фонды, Мәскәү Губерна театры.

 

Фото: БДФ Книга.

Сығанаҡ: БДФ Китап проектының матбуғат хеҙмәте.

 

#ЭХОБДФ #нацпроектСемья #Фондкультурныхинициатив #Грантдлякреативныхкоманд

Мажара һәм детектив һөйөүсе балаларҙы бәхәскә саҡыралар
Мажара һәм детектив һөйөүсе балаларҙы бәхәскә саҡыралар
Мажара һәм детектив һөйөүсе балаларҙы бәхәскә саҡыралар
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас