

Хәйбулла районында иң шәп уҡыусыны һайлағандар. “Йыл уҡыусыһы” тигән район конкурсында ун мәктәптән йөҙ 8–11-се синыф уҡыусыһы ҡатнашҡан.
Бындай саралар “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә үтә.
Ҡатнашыусылар ҡаҙаныштарын күрһәткән, бер-береһе менән танышҡан, тәжрибә уртаҡлашҡан, тағы ла яҡшыраҡ уҡырға, йәмәғәт эштәрендә тағы ла әүҙемерәк булырға, шөғөлдәрендә уңыштар яуларға дәрт-илһам алған.
Еңеүсегә һәм призерҙарға аҡсалата сертификаттар тапшырылған.
“Йылдан-йыл районыбыҙҙан күберәк балаларҙың төрлө кимәлдәрҙә – олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә үҙен күрһәтеүенә бик шатмын. Бөгөн беҙ үҙенең эше, тырышлығы һәм таланты менән йәш хәйбуллаларҙың нимәгә һәләтле икәнен күрһәтеүселәрҙе билдәләйбеҙ. Улар – беҙҙең киләсәк, һәр берегеҙ менән ғорурланабыҙ”, – тигән конкурсты йомғаҡлау тантанаһында Хәйбулла район башлығы Рөстәм Шәрипов.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте.
Мәғлүмәт сығанағы: Хәйбулла район хакимиәте.