+22 °С
Облачно
Яңылыҡтар
23 Мая , 08:03

Нефтекамала уҡыусылар муйынса эшләп өйрәнгән

Нефтекама ҡалаһында тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында уҡыусылар өсөн башҡорт муйынсаһы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткән. Сара “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә ойошторолған.

Нефтекамала уҡыусылар муйынса эшләп өйрәнгәнНефтекамала уҡыусылар муйынса эшләп өйрәнгән
Нефтекамала уҡыусылар муйынса эшләп өйрәнгән

Нефтекама ҡалаһында тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында уҡыусылар өсөн башҡорт муйынсаһы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткән. Сара “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә ойошторолған.

Балаларға  муйынсаның тарихы, төрҙәре, ҡулланылышы тураһында һөйләгәндәр. Һәр биҙәктең серле мәғәнәләре менән таныштырғандар. Шунан ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән муйынса эшләгән.

Был оҫталыҡ дәресе беҙгә бик оҡшаны. Ҡыҙҙарҙың хис-тойғолары  – уларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ баһалап бөткөһөҙ тәжрибә ул. Ижади күнекмәләрҙән тыш мәҙәниәтебеҙ өсөн ғорурлыҡ та тыуҙы, – ти синыф етәксеһе Рузилә Әхмәҙишина.

Сығанаҡ: Нефтекама ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы.

Нефтекамала уҡыусылар муйынса эшләп өйрәнгән
Нефтекамала уҡыусылар муйынса эшләп өйрәнгән
Нефтекамала уҡыусылар муйынса эшләп өйрәнгән
Нефтекамала уҡыусылар муйынса эшләп өйрәнгән
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас