

Ставрополдә “Рәсәй мәктәп яҙы” ижади фестиваленең финалы булды. Башҡортостандан сарала төбәк фестивале еңеүселәре ҡатнашты.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә ойошторолған фестивалдең федераль этабында Башҡортостан уҡыусылары уңышлы сығыш яһаны.
Ҡалтасы районынан Иван ПЕТРЯЕВ вокал йүнәлешендә еңде.
Инструменталь йүнәлештә Салауат ҡалаһынан Анастасия БАРТЕНЕВА беренселекте яуланы, ә Иван ПЕТРЯЕВ махсус приз алды.
Бейеүҙә Өфөнән “ROBOBANDA” төркөмө ике номинацияла беренселекте яуланы, ә Туймазы районынан “ЭЛЕГИЯ” бейеү коллективы икенсе урынды алды.
Театр йүнәлешендә Октябрьскийҙан Тимур ҒИЛМАНОВ өсөнсө урынды, шул уҡ ҡаланың “ЩЕЛКУНЧИК” өлгөлө театры фестивалдең махсус призын алды.
“Медиа” номинацияһында Өфөнән Мирон КИРИН шулай уҡ махсус приз эйәһе булды.
“Үҙеңде эҙләгәндә” төбәк программаһы фестивалдең махсус призын яуланы. Йондоҙсоҡтарыбыҙҙы Бөтә Рәсәй сәхнәһен буйһондороуҙары менән ҡотлайым. Ижади уңыштар һәм яңы үрҙәр!” – тине Башҡортостан йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте министрлығы.