+29 °С
Облачно
Яңылыҡтар
25 Мая , 10:53

Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне

“Ҡарға бутҡаһы” яҙ көнө үткәрелә. Байрамдың төп аҙығы  — бутҡа. Уны бойҙай, арпа йә тары ярмаһынан бешерәләр. Ярма уңдырышлылыҡты һәм муллыҡты кәүҙәләндерә.  

Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләнеАрхангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне
Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне

“Ҡарға бутҡаһы” яҙ көнө үткәрелә. Байрамдың төп аҙығы  — бутҡа. Уны бойҙай, арпа йә тары ярмаһынан бешерәләр. Ярма уңдырышлылыҡты һәм муллыҡты кәүҙәләндерә.  

Бутҡа бешкән арала балалар башҡорт халыҡ уйындары уйнаны. “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” , “Сума үрҙәк, сума ҡаҙ” кеүек уйындарҙы уйнап туйғас, барыһы ла өләсәй бешергән тәмле бутҡа менән һыйланды.

Бутҡаның ҡалғанын түңгәктәргә, ағас төптәренә  һалып сыҡтылар. Йола шулай ҡуша. Тәбиғәткә, ҡоштарға һый булһын. Ата-бабаларға һәм тыуған тәбиғәткә мөрәжәғәт итеп, уңдырышлылыҡ, муллыҡ, именлек, иген уңышы күп булыуын теләп, ағастарға таҫма бәйләнеләр.

Сығанаҡ: Абҙан мәктәбе / ВК.

#МОБУСОШсАбзаново
#Ҡарғабутҡаһы

Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне
Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне
Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне
Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне
Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне
Архангел районы Абҙан мәктәбендә “Ҡарға бутҡаһы” гөрләне
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас