

Башҡортостанда балаларҙың юл ҡғазаларына тарыуын иҫкәртеү өсөн “Не рули, малай!” социаль кампанияһы башланды.
“Не рули!” тигәндә беҙ балаға транспорт йөрөтөүҙе тыябыҙ һәм башҡа өлкәндәрҙе лә ошондай ҡарашта торорға саҡырабыҙ”, – тиҙәр БР Дәүләт автоинспекцияһында.
Кампанияны быйыл да башлап ебәреүгә хәүефле статистика сәбәп булған. Быйыл республикала 16 йәшкә тиклемге водитель балалар ҡатнашлығында 14 юл-транспорт ҡазаһы булған. Был осраҡтарҙың 13-өндә бала кеше мотоцикл йөрөткән.
Ата-әсәләр ҙә, балалар үҙҙәре лә юл хәрәкәтенең именлеге өсөн яуаплы.
Фото: ДАИ / МАКС.
Башинформ таҫмаһынан.