

Борай районында аграр синыф уҡыусылары баҫыу эштәрендә ҡатнаша. Улар тәжрибә участкаларына сәселгән культураларға фитосанитар мониторинг үткәреүҙә һәм үҫентеләрҙең хәл-торошон теркәп барыуҙа белгестәргә ярҙамлаша.
Районда иген, ҡуҙаҡлы культуралар һәм күп йыллыҡ мал аҙығы үләндәре сорттарын һынау өсөн тәжрибә майҙандары киңәтелә. Быйыл 9-сы төбәк өсөн районлаштырылған культуралар эргәһенә районлаштырылмаған сорттарҙы ла сәскәндәр.
Проект “Россельхозцентр” филиалы агрономдары булышлығы менән район ауыл хужалығы идаралығы тарафынан тормошҡа ашырыла. Һынауға 50-нән ашыу сорт алынған.
Ауыл хужалығы культуралары сорттарына һынауҙар үткәреү селекция тармағын үҫтереү, шулай уҡ илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, аграр тармаҡты үҫтереү өсөн мөһим.
Фото: Борай район хакимиәте сайты.
Башинформ таҫмаһынан.