

Баҡсаның 4-се өлкән "Бал ҡорто" төркөмө тәрбиәләнеүселәре Бөтә донъя бал ҡорттары көнөнә арналған шәп сара үткәрҙе.
Бөтә донъя бал ҡорттары көнө йыл һайын 20 майҙа билдәләнә. Байрамды БМО 2017 йылда Словения башланғысы менән булдырған. Датаһы словен рәссамы һәм умартасыһы Антон Яншаның тыуған көнөнә арнап һайланған.
Антон Янша 1734 йылдың 20 майында тыуған. Янша умартасылыҡ буйынса ике китап яҙа. Уның кәңәштәре, эшләнмәләре әле лә бөтә донъяла ҡулланыла.
Бөтә донъя бал ҡорттары көнө был бөжәктәрҙе һаҡлауҙы ҡайғырта. Бал ҡорттары — ауыл хужалығы уңышының 35 процентын тәьмин итә. Улар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, биояғыулыҡ, туҡыма, төҙөлөш материалдары етештереүгә булышлыҡ итә.
Бал ҡорттарын һәләк итә торған проблемалар ҙа күп: пестицидтар ҡулланыу, тирә-яҡ мөхитте бысратыу, климат үҙгәреү, йәшәү урындарының кәмеүе арҡаһында бал ҡорто төрҙәре кәмей һәм күпләп үлеү осраҡтары йышая.
Ошондай әһәмиәтле датаны балалар менән билдәләнек.
Беҙгә шаян Бал ҡорто ҡунаҡҡа килде! Балалар уны шатланып ҡаршы алды, уйнаны, бал ҡорттары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде. Шул тиклем шатлыҡ, көлөү, яңы асыштар! Балалар үҙҙәрен тәбиғәттең ысын дуҫтары итеп тойҙо, уны һаҡларға һүҙ бирҙе.
Шәп кәйеф, йәнле хис-тойғолар бүләк иткәне өсөн Бал ҡортона һәммәбеҙҙән ҙур рәхмәт!
Ғәлиә ҒӘЛИУЛЛИНА,
Руфина ҒӘЛИЕВА,
263-сө балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.