

Мәскәүҙә “Магнит футбола” Бөтә Рәсәй ярышына йомғаҡ яһалған. Ярыш иң шәп физкультура уҡытыусыларын асыҡлай.
Футболдағы төп һан – 11. Ярышта ла 11 иң шәп педагогты һайлағандар. Шәп педагогтар йыйылма командаһына Октябрьскийҙан 2-се гимназия уҡытыусыһы Владислав Коптилин үткән!
Бынан тыш, конкурстың топ-50 иҫәбенә – Стәрлетамаҡтың 36-сы балалар баҡсаһынан Татьяна Кәримова, ә топ-250-гә Башҡортостандың 12 физкультура уҡытыусыһы ингән.
“Был – беҙҙең балалар футболын үҫтергән һәм кесе йәштән спортҡа һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең һәм остаздарҙың хеҙмәтен юғары баһалау”, – тиҙәр республиканың Спорт министрлығында.
Фото: БР Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Башинформ таҫмаһынан.