+27 °С
Облачно
Яңылыҡтар
25 Мая , 07:29

Китап байрамында кистәрен бушлай кино күрһәтәсәктәр

28–30 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк  IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында кистәрен асыҡ һауала кино күрһәтеү ойоштороласаҡ. Кинолар йәрминкәнең киске мәҙәни программа өлөшө һәм көндөҙгө бай программаның дауамы буласаҡ.

Китап байрамында кистәрен бушлай кино күрһәтәсәктәрКитап байрамында кистәрен бушлай кино күрһәтәсәктәр
Китап байрамында кистәрен бушлай кино күрһәтәсәктәр

Концерттар тамамланғандан һуң фестивалдең төп майҙансығы төрлө быуын тамашасыларын берләштергән асыҡ кинотеатрға әүереләсәк. Кино программаһы йәрминкәнең һәр көнөнөң темаһына тап килтерелгән.  

28 май – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге көнө

Тамашасыларға режиссер Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы тәҡдим ителә. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шул уҡ исемле повесы буйынса төшөрөлгән. «Тимур һәм уның командаһы» фильмынан илһамланып, бәләкәй  генә бер төпкөл ауылдың малайҙары Кирәмәт тауы түбәһендәге күлде ҡотҡарыу өсөн отряд ойоштора. Әммә хыялға табан юлға геройҙарға дуҫлыҡ, характер һәм ихтыяр көсө менән һынау үтергә тура килә. Картина үҙ-ара ярҙам, яуаплылыҡ һәм ысын дуҫлыҡ тураһында һөйләй.

“Өс таған” фильмы  2021  йылда төшөрөлгән, режиссеры – Айнур Асҡаров, ролдәрҙә –  Илдар Бикҡолов, Руслан Ҡадаев, Арыҫлан Ғәлиев, Ильяс Кинйәбулатов, Әминә Яҡупова. Фильм 89 минут бара.

6+

29 май – Ғаилә һәм ғаилә менән китап уҡыу көнө

Был кистә режиссер Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы күрһәтеләсәк. Төп геройҙар – Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ғаиләһе  – иҫке микроавтобуста Йыл ғаиләһе конкурсына юллана, төп приз яуларға һәм ғаиләне финанс проблемаларынан ҡотҡарырға өмөтләнә. Әммә юлда уларға тормошта иң мөһиме аҡса түгел, ә мөхәббәт, ярҙамсыллыҡ һәм ғаилә берҙәмлеге икәнен аңларға тура килә. Фильм Өфөлә, Әбйәлил һәм Белорет райондарында төшөрөлгән.

“Йыл ғаиләһе"  2021 йылда төшөрөлгән,  режиссеры –  Айнур Асҡаров. Жанры: ғаилә комедияһы, роуд-муви.

 12+

30 май – Тарих, хәтер Һәм патриотизм көнө

Программаны режиссер Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмы тамамлай. Фильм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрөлгән. Ваҡиғалар  1944 йылдың көҙөндә бара. Башҡорт һалдаты украин ҡыҙы Оксананы ҡотҡарып, алыҫ башҡорт ауылына үҙенең ғаиләһенә ебәрә. Унда ҡыҙыҡай кешеләргә яңынан ышана башлаясаҡ, ят телде өйрәнәсәк.

Картина Рәсәйҙә киң прокатта башҡорт телендә төшөрөлгән беренсе фильм була, тәнҡитселәр һәм тамашасылар тарафынан юғары баһа ала, шулай уҡ Рәсәй кинофестивалдәрендә ҡатнаша. Фильм Башҡортостандың Белорет районында төшөрөлә.

"Һеңлекәш” фильмы 2019 йылда төшөрөлгән, режиссеры – Александр Галибин.  Жанры: хәрби драма.

6+

Кино көн һайын төп сәхнәнең концерт программаһы тамамланғандан һуң кис башланасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Китап байрамы» IV халыҡ-ара китап йәрминкәһе Өфөлә 2026 йылдың 28–30 майында Совет майҙанында үтәсәк. Йәрминкә майҙансыҡтары көн һайын 10:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Китап байрамында кистәрен бушлай кино күрһәтәсәктәр
Китап байрамында кистәрен бушлай кино күрһәтәсәктәр
Китап байрамында кистәрен бушлай кино күрһәтәсәктәр
Китап байрамында кистәрен бушлай кино күрһәтәсәктәр
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас