

22 майҙа Өфөлә Башҡортостан студент отрядтарының өсөнсө хеҙмәт семестры башланыу тантанаһы үткән, унда 500-ләп кеше ҡатнашҡан.
Рәсәй студенттар отряды төбәк ойошмаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡиғаға хәрәкәттең етәкселәре, абруйлы ҡунаҡтар, йәштәр ойошмаларының етәкселәре, төбәктәге төп эш биреүселәрҙең вәкилдәре килгән. Тантанала флаг йөрөтөүселәр, студотрядтар боецтары сығыш яһаған. Хәрәкәт алдынғыларына наградалар тапшырылған.
Быйыл ойошма 50-нән ашыу төбәк, бер округ һәм бер төбәк-ара хеҙмәт проектында ҡатнашыуҙы планлаштыра. Студент отрядтарын үҫтереү буйынса БР Башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара координация советы булышлығында студотрядтар 13 меңләп уҡыусыны һәм студентты эшле итергә план ҡора.
Алда – ҡыҙыу йәй. Студент отрядтарын ҙур эштәр көтә!
Фото: РСО Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: “Молодежная газета” баҫмаһы.