

Бөгөн мәктәптәрҙә һуңғы ҡыңғырау тантанаһы бара. Был көндө мәктәпте тамамлаусылар уҡыу йорто менән хушлаша. Туғыҙынсы синыфты тамамлағандарҙың да байтағы өсөн һуңғы ҡыңғырау тормоштоң мәктәпле бите ябылыуын аңлата.
Тиҙҙән имтихандар башлана, унан инде кисәге уҡыусылар оло тормошҡа аяҡ баҫасаҡ.
Бөгөн Өфөлә 11-се синыфты тамамлаусылар өсөн ҙур байрам тантанаһы “Торатау” конгресс-холының түбәнге майҙансығында үтә.