+21 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Мая , 07:10

Информатика дәреслеге эшләйҙәр

Рәсәйҙә 10–11-се синыфтар өсөн  информатика буйынса төп һәм тәрән кимәлдәге дәреслектәр әҙерләнә. Улар илдәге бөтә мәктәптәр өсөн дөйөм була. Яңы әсбәптарҙы 2027 йылдан федераль исемлеккә индерергә планлаштырғандар.

Информатика дәреслеге эшләйҙәрИнформатика дәреслеге эшләйҙәр
Информатика дәреслеге эшләйҙәр

Рәсәйҙә 10–11-се синыфтар өсөн  информатика буйынса төп һәм тәрән кимәлдәге дәреслектәр әҙерләнә. Улар илдәге бөтә мәктәптәр өсөн дөйөм була. Яңы әсбәптарҙы 2027 йылдан федераль исемлеккә индерергә планлаштырғандар.

Дәреслектәрҙе төҙөүҙә Рәсәй Фәндәр академияһы эксперттары ҡатнаша. Әсбаптарҙың йөкмәткеһе федераль дәүләт белем биреү стандарттарына һәм информатика буйынса эш  программаларына тулыһынса тап киләсәк.

Артабан 7–9-сы синыфтар өсөн информатика дәреслеге сығасаҡ.

 

Фото: Олег Яровиков / Башинформ архивы.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас