

Иртәгә Өфөлә “Китап байрамы” IV халыҡ-ара китап йәрминкәһе башлана. Йәрминкәнең ҙур сараларының береһе – «ЕҢЕҮ БИЛӘМӘҺЕ» патриотик майҙансығы. Ул Совет майҙанында йәрминкә көндәренең һәр береһендә иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем эшләйәсәк.
“Еңеү биләмәһе” 2017 йылда асылған Еңеү Музейының шул уҡ атамалы проектының бер өлөшө булып тора һәм республика музейҙарын, тарих йәмғиәттәрен, китапханаларҙы һәм эҙләнеү ойошмаларын берләштерә.
Хәрби блиндажға оҡшатып йыһазландырылған һәм маскировка селтәре менән ҡапланған майҙансыҡта Республика Хәрби Дан музейының, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың, Өфө ҡалаһы тарихы музейының, Рәсәй хәрби тарих йәмғиәтенең, Рәсәй тарих йәмғиәтенең һәм Рәсәй эҙләнеүселәр хәрәкәте төбәк бүлексәһенең экспозициялары һәм интерактив зоналары эшләйәсәк.
«Лекциялар һәм интерактив биләмәһе» төп өлөштө алып торасаҡ. Унда көнө буйы «Достоевский лекторийы»ның видеолекциялары күрһәтеләсәк. Ҡунаҡтар алдында Башҡортостандың төп хәрби тарихсылары һәм саҡырылған эксперттар сығыш яһаясаҡ.
Йәрминкә ҡунаҡтары өсөн төрлө интерактивтар тәҡдим ителәсәк. «Тарих кубтары» проектында һәр кем Бөйөк Ватан һуғышы осоро һүрәттәрен һәм плакаттарын йыя, МХО-ға арналған әҫәрҙәр менән таныша аласаҡ.
Шулай уҡ һәр кем, «МХО яугирына хат» акцияһында махсус операцияла ҡатнашыусыларға теләктәшлек хаты яҙып, уны маскировка селтәренә беркетеп ҡуя аласаҡ. Һуңынан бөтә хаттар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ебәреләсәк.
Майҙансыҡтағы «Өҫтәл уйындары клубы»нда һәр кем хәрби-тарихи өҫтәл уйындары форматында тарих буйынса белемдәрен тикшерә алыр.
Музей экспозицияларына айырым иғтибар бүленәсәк. «Һуғыш тураһында шиғырҙар һәм проза» күргәҙмәһе Мостай Кәрим ижады һәм Бөйөк Ватан һуғышынан музей экспонаттары менән таныштырасаҡ. «СВОя война» экспозицияһына махсус хәрби операция зонаһынан алып ҡайтылған китаптар һәм әйберҙәр ҡуйыла. Ул шулай уҡ Башҡортостандан яугирҙарҙың батырлыҡтары тураһында һөйләй.
Майҙансыҡта Калашников автоматын һүтеү-йыйыу буйынса интерактив, тематик фотозона һәм маскировка селтәрҙәре үреү дәресе эшләйәсәк. «Масксети Щит Уфа» йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре менән бергә һәр кем селтәр үреүҙә ҡатнаша аласаҡ. Был селтәрҙәр артабан МХО зонаһына ебәреләсәк.
«Китап биләмәһе»ндә Вәлиди исемендәге Милли китапхана фондынан «Патриотик кәштә» проекты китаптары, шулай уҡ Рәсәй хәрби тарих һәм Рәсәй тарих йәмғиәте баҫмалары тәҡдим ителәсәк.
Сығанаҡ: “Китап байрамы” матбуғат хеҙмәте.