+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Мая , 07:25

27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды

27 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы» Ҙур Балалар Фестиваленең махсус программаһын асыу тантанаһы үтте. Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла.

27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды

27 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы» Ҙур Балалар Фестиваленең махсус программаһын асыу тантанаһы үтте. Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды, Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Тәүге тамаша алдынан матбуғат брифингы үтте: ойоштороусылар «ЭХО БДФ» миссияһы, Өфө программаһының үҙенсәлектәре һәм афишаның төп ваҡиғалары хаҡында һөйләне.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов проекттың төбәк өсөн әһәмиәтен Һыҙыҡ өҫтөнә алды: "Башҡортостан Республикаһы өсөн Ҙур балалар фестиваленең махсус программаһын ҡабул итеү бик абруйлы бурыс. Был уникаль проект, ул федераль кимәлдә иң яҡшы спектаклдәрҙе, нәфис һәм анимация фильмдарын, балалар өсөн яңы әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлап ала, уларҙы төбәктәрҙә лә күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Беҙ Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Витальевич Безруковҡа ошо башланғысы өсөн ихлас рәхмәтлебеҙ. Башҡортостан илдә фестивалде ҡабул иткән ун етенсе субъект булды, һәм беҙ республикабыҙ халҡын ошо күләмле саралар циклына йәлеп итергә әҙербеҙ».

Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина билдәләүенсә, проект республиканың театр системаһын үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: "Йәйге каникул алдынан балаларыбыҙға һәм ғаиләләребеҙгә бүләк өсөн ҙур Балалар фестивале командаһына рәхмәт белдерәбеҙ. Үҫеп килгән быуында ижади һәләттәрҙе үҫтереү, шәхесте гармониялы тәрбиәләү — дәүләт бурысы. Республикабыҙҙа ул өҫтөнлөклө. Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау бының сағыу миҫалы булды. Беҙҙең төбәк ҙур ижади потенциалға эйә: 1250-нән ашыу мәктәп театры һәм мәҙәни-ял учреждениеларында 1900-ҙән ашыу үҙешмәкәр балалар театры эшләй. Башҡортостанда сәнғәт мәктәптәренән алып Заһир Исмәғилев исемендәге Сәнғәт институтына тиклем өс кимәлле классик художестволы белем биреү системаһы һаҡланған. Ҙур Балалар Фестивале менән хеҙмәттәшлек итеү төбәктең бөтә театр экосистемаһын үҫтереүгә ҡеүәтле импульс бирер, тип ышанам».

Ҙур Балалар Фестивале директоры Лариса Вильясте белем биреү блогының ни тиклем үҙенсәлекле булыуын аңлатты: "Ҙур Балалар фестивале – ул тамашалар ғына түгел, балалар һәм өлкәндәр өсөн ҙур белем биреү блогы ла. Башҡортостанда "ЭХО БДФ" сиктәрендә үҙенсәлекле программа эшләй: оҫталыҡ дәрестәренә 200 бала йөрөйәсәк. Улар менән Мәскәүҙән һигеҙ алдынғы педагог эшләйәсәк. Профессионалдар өсөн белем биреү программаһы башланды ла инде. Беҙ мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, PR-белгестәр, маркетологтар һәм тамашасылар менән эшләүселәр өсөн бик һәләтле спикерҙарҙы алып килдек. Сифатлы профилле белем биреү — мәҙәни мөхитте үҫтереүҙең төп ҡоралы, тип ышанабыҙ. Өфөлә махсус программа сараларында республика халҡын һәм ҡунаҡтарын көтәбеҙ

Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, Ҙур Балалар Фестиваленең художество етәксеһе Сергей Безруков проекттың Өфөгә килеп етеү шатлығы менән уртаҡлашты һәм фестивалдең географияһы хаҡында һөйләне: "Яңыраҡ Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алғанға күрә, Ҙур Балалар Фестивале шаңдауының  ошо республикаға килеп етеүенә ифрат шатмын. Беҙҙең "ЭХО БДФ" тип аталған карап Калининградтан Камчаткаға тиклем, Карелиянан Һәм Югранан Дағстанға тиклем 16 төбәктә булды ла инде. Күптән түгел Амур өлкәһенән ҡайттыҡ. Ошо йылдан РФ Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән проект халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Сит илдәге тәүге нөктә – Шпицбергендағы Баренцбург ҡасабаһы, унда ватандаштарыбыҙ йәшәй. Киләһе сәфәр Абхазияға була. Ошондай тиҙлек  менән Арктикаға ла  барып етербеҙ.

Бөгөн беҙҙең мәҙәни десант Өфөгә төштө. Программа бай: БДФ лауреаттарын күрһәтеү, лекциялар, семинарҙар, өлкәндәр өсөн уҡыу программалары. Ҙур Балалар Фестивале еңеүселәрен һәр ваҡыт балалар билдәләй – улар өлкәндәрҙән яҡшыраҡ тоя, ҡайҙа ялған, ә ҡайҙа намыҫлы һөйләшеү икәнен тиҙ һиҙеп ала. Өфөгә алып килгән спектаклдәр, фильмдар һәм китаптар бындай "балалар һынауын" үтте лә инде".

Рәсми өлөштән һуң тамашасыларға Мәскәү Губерна театрының «Бәләкәй принц» музыкаль әкиәтен тәҡдим иттеләр. Төп ролдә Сергей Безруков сығыш яһаны. Постановканың музыкаль контексы – француз композиторҙары әҫәрҙәре. Улар баш дирижер Сергей Пащенко етәкселегендәге Мәскәү Губерна театры оркестры башҡарыуында яңғыраны. Ҙур экранда Экзюпериҙың автор һүрәттәре һәм сағыу видеоинсталляциялар  күрһәтелеп, улар йәш тамашасыларға төп герой менән бергә сәйәхәткә сығырға ярҙам итә.

27 майҙан 1 июнгә тиклем үтәсәк «ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы» махсус программаһы афишаһы ғаиләләр өсөн спектаклдәр, нәфис һәм анимация фильмдары күрһәтеүҙе, яҙыусылар менән ижади осрашыуҙарҙы һәм китаптар буйынса интерактив дәрестәрҙе, ижади студия уҡыусылары өсөн оҫталыҡ дәрестәрен, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһе белгестәре һәм мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн лекциялар һәм тренингтарҙы үҙ эсенә ала.

Бөтә белем биреү ваҡиғалары, ижади осрашыуҙар, кинолар һәм йәнһүрәттәр алдан теркәлеү буйынса бушлай үтә.

Детективҡа арналған дискуссияның онлайн-трансляцияһы фестиваль сайтында һәм «ВКонтакте» селтәрендәге берләшмәлә барасаҡ.

«ЭХО БДФ Башҡортостан Республикаһы» махсус проекты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылар  – Сергей Безруковтың социомәҙәни проекттарға ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, Мәскәү Губерна театры. Ойошторошоусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.

Ҙур Балалар Фестивале “Ғаилә “ милли проектына индерелгән һәм Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль партия проектын тормошҡа ашырыу  сиктәрендә үткәрелә.

Текст һәм фото: БДФ матбуғат хеҙмәте.

27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
27 майҙа Өфөлә Ҙур Балалар Фестивале асылды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас