

Бөгөн – ФСБ-ның сик буйы һағы хеҙмәте көнө. Шул уңайҙан ил Президенты В.В.Путин сик буйында хеҙмәт итеүселәрҙе, элек хеҙмәт иткәндәрҙе ҡотланы, илде һаҡлап һәләк булғандарҙы иҫкә алды.
1918 йылдың 28 майында РСФСР-ҙа Сик буйы һағы барлыҡҡа килә. 1957 йылда был хеҙмәт Дәүләт именлеге комитеты ҡарамағына индерелә. Ил тарҡалғас, төрлө үҙгәрештәр кисергәндән һуң, ФСБ-ның Сик буйы хеҙмәте ителә.
Пограничниктар халыҡ телендә йәшел береттар тип йөрөтөлә. Йәшел фуражка менән йәшел берет, аҡ-йәшел буйлы тельняшка – сик буйы һаҡсыларының кейеме. Йәшеле – аҡһыл зөбәржәт-йәшел (бутамаҫҡа: ҡоңғорт йәшел – РФ Милли гвардия ғәскәренең разведка подразделениелары төҫө).
Фото: Глеб Котов / РИА Новости архивы / CC-BY-SA 3.0 / commons.wikimedia.