+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Мая , 10:53

Бөрйәндә "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнәсәк

8 июнь – “Урал батыр” эпосы көнө.  Шул уңайҙан 6 июндә Бөрйән районында ҙур байрам була. Мәшһүр эпосыбыҙ көнөн  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр үҙенең Указы менән булдырғайны.

Бөрйәндә "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнәсәкБөрйәндә "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнәсәк
Бөрйәндә "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнәсәк

8 июнь – “Урал батыр” эпосы көнө.  Шул уңайҙан 6 июндә Бөрйән районында ҙур байрам була. Мәшһүр эпосыбыҙ көнөн  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр үҙенең Указы менән булдырғайны.

1910 йылда мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған “Урал батыр” эпосы мәңгелек ҡиммәттәр, яуызлыҡ менән яҡшылыҡ көрәше, халыҡ хаҡына батырҙың үҙен ҡорбан итеүе тураһында һөйләй.

6 июндә Бөрйән районында  “Шүлгәнташ” музей комплексында “Урал батыр” эпосына бағышланған тантаналар буласаҡ. Бөрйән – ул башҡорт ауыҙ-тел ижады һәм мифологияһы менән тығыҙ бәйләнгән төбәк.  2015 йылда “Урал батыр ере” тигән урын төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индерелгәйне. 62 мең квадрат метр майҙанда 17 археология ҡомартҡыһы, шул иҫәптән Шүлгән мәмерйәһе, Йылҡысыҡҡан күле, Ығышма күле, Шүлгән йылғаһы, Зәңгәр күл һәм башҡалар урынлашҡан.

2021 йылда Йылҡысыҡҡан күле буйына “Аҡбуҙат” эпосы персонажы булған  ҡанатлы Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйылды. Ә “Шүлгәнташ”  музейы бинаһы “Урал батыр” эпосының фәлсәфәүи йөкмәткеһен – аҡ менән ҡараны, яҡтыны һәм ҡараңғыны, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡты кәүҙәләндерә.

Байрам Йылҡысыҡҡан күле буйында башлана. Шунан музейҙа “Урал батыр” эпосын өйрәнеү буйынса тематик класты асыу тантанаһы була. Бында үтәсәк түңәрәк ҡорҙа Башҡортостандың рухи мәҙәниәте ҡомартҡыһы  булған эпосты өйрәнеү, һаҡлау һәм таратыу тураһында һөйләшәсәктәр. Музей хеҙмәткәрҙәре, рәссам-иллюстраторҙар, фольклор белгестәре, ғалимдар сығыш яһаясаҡ.

“Урал батыр” эпосы байрамына “Робоһабантуй”  фестивале лә ҡушылып китәсәк. Уны  Бөрйән мәғариф бүлеге булышлығында Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе менән “Тимербатыр” робот техникаһы студияһы үткәрә. Робот һабантуйы балалар робот техникаһы йүнәлешендә конструкторларға, моделләргә, программаларға  өйрәнһен, белмәгәндәрҙең белгеһе килһен, белгәндәр һөнәрҙәрен күрһәтһен өсөн үткәрелә. Йәш техниктар Урал батыр Кубогы һәм “Шүлгән мәмерйәһе” музей-ҡурсаулығы булдырған приз өсөн көрәшәсәк. Балалар роботтар футболында, робокөрәштә, ялан буйлап роботтар сабышы, арҡан тартыш, көршәк ярыу, дрондар бәйгеһе кеүек ярыштарҙа көсөн һәм оҫталығын күрһәтәсәк.

Байрамды БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, БР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Зилиә Бәхтиева, “Сибай” халыҡ бейеү ансамбле, “Тарпан” төркөмө, “Сулпан” балалар театры һәм башҡа коллективтар ҡатнашлығында ҙур концерт тамамлай. “Урал батыр” эпосы мотивтары буйынса кейеҙ кейемдәр күрһәтеү театрлаштырылған тамашаһы ла күптәргә оҡшар.

Фото: “Шүлгәнташ” музей комплексы / Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас