

Рәсәйҙең ҙур-ҙур нәшриәттәре, сит илдәрҙән килгән нәшерселәр үҙ тауарын күрһәтә. Яңы өҫтөнә яңы! Әлегә бер уҡыусы ла тотоп ҡарамаған, нәшриәт буяуы ла кипмәгән китаптар күп. Өҫтәүенә, авторҙар, яҙыусылар, шағирҙар менән осрашыуҙар көтә.
Башҡортостан “Китап” нәшриәте павильонында “Урал батыр” эпосының өс төрлө баҫмаһы бар. Нәшриәттең экспозицияһы бик бай. Ул 150 төрлө баҫма тәҡдим итә.Балалар өсөн китаптар күп.
Белорус нәшерселәре балалар һәм өлкәндәр өсөн бай тупланма тәҡдим итә. Ә белорустарҙың яратҡан ризығы булған картуф тураһындағы баҫмала картуфтан 2000 төрлө блюдо рецепты бирелгән! Беҙ ҙә бик яратабыҙ ул бәрәңгене. Белорустарҙың рецептарын да белге килә.
Ирандан фарсы әҙәбиәте ынйыларын килтергәндәр. Улар рус телендә баҫылған. Унда фарсы әкиәттәре, балаларға тәғәйенләнгән һәм тәрбиәүи китаптар күп.
Мәскәүҙән “Универсиалист” тигән нәшриәт совет дәреслектәрен баҫҡан һәм йәрминкәгә алып килгән. “Совет заманында әҙерлек һәм уҡытыу бик яҡшы була. Моғайын, бөтәбеҙең дә хәҙерге дәреслектәрҙе тотоп ҡарағаныбыҙ барҙыр һәм уларҙың ниндәй икәнен беләбеҙ. Ә совет дәреслектәре бала үҙе уны алып уҡып, теманы аңларлыҡ итеп төҙөлгән, унда өйрәнеү ябайҙан ҡатмарлыға бара һәм төҙөлөшө дөрөҫ. Тәбиғи, совет дәреслектәре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм йылдам тарала”, – ти нәшриәттән Екатерина Анисимова.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.
Башинформ мәғлүмәттәре файҙаланылды.
***
Совет майҙанында “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң да павильоны эшләп тора. Унда гәзит-журналдарҙың, шул иҫәптән “Аманат” журналының яңы һандарын һатып алырға, 2026 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға мөмкин.
Көтәбеҙ һеҙҙе, дуҫтар!