+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Мая , 06:51

Федерация Советы рәйесе ҡурайсыға Рәхмәт хаты тапшырған

“Ирәмәл” балалар этноинструменталь ансамбль етәксеһе, ҡурайсы һәм ҡурай эшләү оҫтаһы Дим Мөжәүиревкә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Рәхмәт хаты тапшырған. Был турала Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр иткән.

Федерация Советы рәйесе ҡурайсыға  Рәхмәт хаты тапшырғанФедерация Советы рәйесе ҡурайсыға  Рәхмәт хаты тапшырған
Федерация Советы рәйесе ҡурайсыға Рәхмәт хаты тапшырған

“Ирәмәл” балалар этноинструменталь ансамбль етәксеһе, ҡурайсы һәм ҡурай эшләү оҫтаһы Дим Мөжәүиревкә Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Рәхмәт хаты тапшырған. Был турала Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова хәбәр иткән.

Лилиә Ғүмәрова Дим Мөжәүиревтең республикала ҡурай эшләү традицияһын яңыртыусы оҫта булып танылғаны тураһында һөйләгән. Оҫтаны Мәскәүгә Бөтә Рәсәй ауыл уңғандары форумына саҡырғандар. Ул форумға ҡатыны Динара менән барған.  Динара ханым  халыҡтың балаҫ һуғыу кәсебен тергеҙеү менән мәшғүл. 

– Әлеге көндә Динара менән Дим Мөжәүиревтәр – Башҡортостанда ауыл ерендә эшләүсе иң сағыу ижади ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың көндәлек эшмәкәрлеге үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә, халыҡ кәсептәрен, һөнәрҙәрен һәм мәҙәни традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән, – тигән Лилиә Ғүмәрова.

Фото: Лилиә Ғүмәрова / МАКС-тағы канал.

 

Башинформ таҫмаһынан.

Федерация Советы рәйесе ҡурайсыға  Рәхмәт хаты тапшырған
Федерация Советы рәйесе ҡурайсыға Рәхмәт хаты тапшырған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас