

Бөгөн Өфөлә “Китап байрамы” IV халыҡ-ара китап йәрминкәһе башланды. Форум майҙансыҡтарының береһендә Республика халыҡ ижады үҙәгенең баҫмалары менән танышырға була. Павильон Аҡмулла исемендәге БДПУ алдындағы майҙанда урынлашҡан.
Халыҡ ижады үҙәге нәшер иттергән китаптар халҡыбыҙҙың рухи мираҫын сағылдыра. Ә. Сөләймәновтың “Сәсәндәр” тигән китабы халыҡ сәсәндәре тураһында һөйләй. “Наследие Башкортостана”, “Башкортостан глазами друзей”, “Золотое наследие башкирского народа” тигән йыйынтыҡтар иғтибарҙы тартып тора.
Бөгөн үҙәк павильонында Хәйбулла районы сәсәндәренең сығышы бик сағыу булды. Миңзифа Ишемғолова, Фәнис Атанов, Фәниә Арыҫланова һәм Вәсилә Мәмбәтова үҙ төбәгенең ауыҙ-тел ижады тураһында һөйләне, эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан өҙөктәр, шулай уҡ үҙҙәре ижад иткән әҫәрҙәр менән таң ҡалдырҙы.
Ғафури районынан милли музыка ҡоралдары яһау оҫтаһы һәм өзләүсе Илһам Байбулдин сәсәнлек буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Этно-тирмәнең бәләкәй ҡунаҡтары думбыра, ҡумыҙ тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде.
14 сәғәттә интерактив тирмә эшен Ғафури районы сәсәндәре дауам итте.
Фото: Рәмил Нафиҡов.
Сығанаҡ: Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
#КитапБайрам2026 #РЦНТРБ #КЦАтайсал #ЭтноцентрУрал #БашкирскаяКультура #СемейныйПраздник #Уфа #НародныеТрадиции #МастерКлассы #Дети #Творчество