+18 °С
Облачно
Яңылыҡтар
28 Мая , 17:56

Йәрминкәлә Радий Хәбиров менән Владимир Мединский булды

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында “Китап байрамы” йәрминкәһен рәсми асыу тантанаһы булды.  Быйыл йәрминкәлә Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ Беларустан һәм  Ирандан  бөтәһе 80-ләп нәшриәт ҡатнаша.

Йәрминкәлә Радий Хәбиров менән Владимир Мединский булдыЙәрминкәлә Радий Хәбиров менән Владимир Мединский булды
Йәрминкәлә Радий Хәбиров менән Владимир Мединский булды

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында “Китап байрамы” йәрминкәһен рәсми асыу тантанаһы булды.  Быйыл йәрминкәлә Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ Беларустан һәм  Ирандан  бөтәһе 80-ләп нәшриәт ҡатнаша.

Рәсми тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Улар “МХО тарихы музейы” интерактив мобиль комплексын ҡараны. Экспозициялар махсус хәрби операция ҡомартҡыларына бай. Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев ҡунаҡтарға әһәмиәтле  экспонаттар тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Төбәк Башлығы, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы һәм почетлы ҡунаҡтар “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто һәм “Китап” нәшриәте сатырында булды. “Китап” йәрминкәгә 150-нән ашыу төр китап алып килгән. Нәшриәт директоры Эльвира Хәйретдинова ҡунаҡтарҙы йылдың мөһим баҫмаларының береһе булған һәм ағымдағы Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына ҡарата сығарылған  “Сила в единстве” тигән китап менән таныштырҙы.

Радий Хәбиров менән Владимир Мединский Шайморатов генерал тураһындағы анимацион фильмдан өҙөктәр ҡараны һәм балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙә ошондай йәнһүрәттәрҙең әһәмиәтен билдәләне.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас