+18 °С
Облачно
Яңылыҡтар
29 Мая , 08:35

Ҙур Балалар Фестивалендә балаларҙы яҙыусы Ольга Лишина көтә

30 майҙа 13 сәғәттә сауҙагәр Чижов йортоноң (Милли китапхананың 2-се корпусы) Йәштәр уҡыу залында “Создаем своего героя книги” (12+) тигән оҫталыҡ дәресе үтәсәк. Унда шағирә, прозаик һәм педагог Ольга ЛИШИНА ҡатнаша.

Ҙур Балалар Фестивалендә балаларҙы яҙыусы Ольга Лишина көтәҘур Балалар Фестивалендә балаларҙы яҙыусы Ольга Лишина көтә
Ҙур Балалар Фестивалендә балаларҙы яҙыусы Ольга Лишина көтә

30 майҙа 13 сәғәттә сауҙагәр Чижов йортоноң (Милли китапхананың 2-се корпусы) Йәштәр уҡыу залында “Создаем своего героя книги” (12+) тигән оҫталыҡ дәресе үтәсәк. Унда шағирә, прозаик һәм педагог Ольга ЛИШИНА ҡатнаша.

“Девять жизней 6 “У” тигән китап – уҡыусылар тураһында хикәйәләр йыйынтығы, уларҙың авторы – туғыҙ яҙыусы. Һәр бүлек берәй жанрҙы тәҡдим итә: мажаралар, драма, киҫкен сюжетлы повесть.

Геройҙар ҙа бик сағыу: синыф йондоҙо, һуғыш суҡмары,  “өслө”нән башы сыҡмаған  хыялбай, өйҙәге проблемаларҙан йонсоған шымтыҡай, башлап яҙыусы блогер.

Йыйынтыҡ авторҙарының береһе – Ольга Лишина. Оҫталыҡ дәресендә ул нисек уникаль персонаж ижад итергә, уҡыусыны йәлеп итһен өсөн уға ниндәй сифаттар бирергә өйрәтәсәк.  Дәрес һуңына һәр кем үҙ персонажының портретын йыясаҡ.

30 майҙа 15 сәғәттә һәм 31 майҙа 13:30-ҙа Милли китапхананың ваҡытлы баҫмалар залында үҫмерҙәр өсөн шиғриәт оҫтаханаһы (12+) ойошторола,  ул 10 йәшлек һәм өлкәнерәк балаларға ҡыҙыҡлы булыр.

Шағирә Ольга Лишина менән шиғриәт серҙәре тураһында  иркенләп һөйләшергә мөмкин булыр. Шағирә апайығыҙ технологиялар заманында ниңә шиғыр  уҡырға, тасуирилыҡты тапшырыусы ниндәй саралар бар һәм башҡа һорауҙарға яуаптар табышыр.

Урындар сикле, шуға алдан теркәлергә кәрәк:

https://forms.yandex.ru/u/6a0afb5dd0468802ec038b4d  һәм https://forms.yandex.ru/u/6a0afde91f1eb504440c6c53

 

АВТОР ТУРАҺЫНДА БЕЛЕШМӘ:

Ольга Лишина — поэтесса, прозаик, литературный обозреватель, педагог. Автор книг «Сияй!» (финалист «Московской арт-премии», 2023), соавтор книги «Девять жизней шестого “У”» (вошла в шорт-лист Большого Детского фестиваля, 2023). Автор поэтических сборников и текстов песен. Разработчик и ведущая курсов в Музее современного искусства «Гараж», лектории «Прямая речь», Международной гимназии инновационного центра «Сколково», культурном пространстве «Палаты на Льва Толстого». Преподаватель школ креативного мастерства для взрослых Creative Writing School и Band.

Книга Ольги Лишиной «Сияй!», а также сборник «Девять жизней шестого “У”» (написан в соавторстве) вошли в шорт-лист VI Большого Детского фестиваля (2023).

Мәғлүмәт һәм фото: БДФ матбуғат хеҙмәте.

#ЭХОБДФ #нацпроектСемья #Фондкультурныхинициатив #Грантдлякреативныхкоманд

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас