

Бөгөн, 29 майҙа, Китап байрамында бик куп ҡалаларҙан балалар өсөн төрлө жанрҙа сыҡҡан китаптарҙы һәм ҡайһы берҙәренең авторҙарын күрергә мөмкин булды.
Шулар араһынан урыҫ телендә балалар өсөн детектив яҙыусы Гөлшат Әбдиева ла сығыш яһаны.
Гөлшат Әбдиева үҙенең беренсе китабын дүрт йәшендә дәфтәр биттәренә яҙып, һүрәттәр төшөрөп китап кәштәһенә ҡуйған. Яҙыусы булараҡ ул 31 йәшендә билдәлелек яулай.
Гөлшат Әбдиева – 20 нән ашыу детектив авторы. «Четверка из Трясины», “Колючий детектив” тигән сериялары, «Дело отеля “Тупик”» һәм «Дело сумеречных котов» тигән детектив дилогияһы, «Фантастическая четвёрка», «Бум странных дел» тигән китаптары балалар араһында һөйөү яулаған. Яңыраҡ уның “Шкатулки Шульгана” тигән башҡортса фәнтәзийе сыҡҡан.
Гөлшат Әбдиева – үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы, тәүге шиғырҙарын башҡорт телендә яҙған. Йәрминкәлә уның детективтарын һатып алырға була. Рәхим итегеҙ.