+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
30 Мая , 06:28

Өфө сәйәхәтсеһе Олег Чегодаев яңы китабы менән таныштырҙы

“Китап байрамы” йәрминкәһендә Урал тауҙары амбассадоры, сәйәхәтсе Олег Чегодаев «Смотри: Урал» тигән яңы китабы менән таныштырҙы.

Өфө сәйәхәтсеһе  Олег Чегодаев яңы китабы менән таныштырҙыӨфө сәйәхәтсеһе  Олег Чегодаев яңы китабы менән таныштырҙы
Өфө сәйәхәтсеһе Олег Чегодаев яңы китабы менән таныштырҙы

“Китап байрамы” йәрминкәһендә Урал тауҙары амбассадоры, сәйәхәтсе Олег Чегодаев «Смотри: Урал» тигән яңы китабы менән таныштырҙы.

 Өфөлө Олег Чегодаев — Көньяҡ Уралдың 1000 метрҙан бейегерәк бөтә үрҙәрен буйһондорған тәүге сәйәхәтсе.

* 2021 йылда Чегодаев көньяҡтан төньяҡҡа тиклем тотош  Урал тауын буйлатып йәйәү үтә. Сәйәхәтсегә был араны үтеүгә 109 көн етә. Урман-тауҙар буйлап барған юлы  3194 километр тәшкил итә.

* 2025 йылда  Олег Урал буйлап  ҡаяҡта йөҙә, 5005 километрҙы ул 119 көндә үтә.

Уҡыусылар менән сорашыуҙа Олег Чегодаев сәйәхәттәр һәм походтар яратыусыларға практик кәңәштәр бирҙе:  юлға нимәләр алырға, талпандан нисек һаҡланырға, балалар менән ҡыҫҡа сәфәрҙәргә ҡайҙарға барырға була

 

Фото: Радмила Байымова.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас