

Баймаҡ районы Түбә ауылы мәктәбе уҡыусылары МХО ҡатнашыусыһы В. Н. Лаврентьев иҫтәлегенә бағышланған велоуҙыш үткәрҙе.
Тәүләп үткән был сарала уҡыусылар сәпиттәрҙә мәктәп алдынан ҡуҙғалып китте, шунан Талҡаҫ күле буйында туҡтаны. Иң-иңдәре МХО ҡатнашыусыһының ҡустыһы Александр Николаевич менән күл буйлап велоуҙышты дауам итте. Ҡалған уҡыусыларға уҡытыусылар квест уйыны үткәрҙе.
Сарала ҡатнашыусыларҙы мәктәп ашханаһы тәмле ҡарабойҙай бутҡаһы, сәй менән һыйланы.
"Был сара май айының һуңғы кесе йомаһы йыл да уҙасаҡ", – тип мәктәп директоры Дилә Ишбулды ҡыҙы Байназарова велоуҙышҡа ауыл халҡын да саҡырҙы.
Тәрбиәүи сара барына ла хуш килде.
Гөлдәр ХӘЛФИНА,
тәрбиәүи эш буйынса директор кәңәшсеһе.