+12 °С
Дождь
Яңылыҡтар
31 Мая , 13:11

Өфө балалар тимер юлы эшен башланы

Өфөнөң Якутов исемендәге паркында балалар тимер юлы яңы эш миҙгелен асты. 

Өфө балалар тимер юлы эшен башланыӨфө балалар тимер юлы эшен башланы
Өфө балалар тимер юлы эшен башланы

Өфөнөң Якутов исемендәге паркында балалар тимер юлы яңы эш миҙгелен асты.

Быйыл тимер юл барлыҡҡа килеүгә 73 йыл тулды. Бәләкәй магистралдә йөрөү һәм паркта пассажирҙар йөрөтөү өсөн 1953 йылда Белорет ҡалаһынан беренсе паровозды килтергәндәр. Быйыл Куйбышев тимер юлы идаралығы балалар тимер юлына ошо локомотивтың күсермәһен бүләк иткән.

Өфө балалар тимер юлында үҫмерҙәр диспетчер, вагондарҙы ҡараусы, станция дежурныйы һәм башҡа мөһим профессияларҙы үҙләштерәсәк.

Бәләкәй магистраль йәй буйы аҙна һайын шаршамбынан йәкшәмбегә тиклем эшләйәсәк. Был хаҡта Башинформ хәбәр итә.

Фото: Кбш тимер юлы / соцселтәрҙәр.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас