+15 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Июня , 06:33

1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ

1925 йылдың 1 июнендә Ҡытайҙың Сан-Францисколағы (АҠШ) генераль консулы бында күсеп килгән етем ҡытай балаларын эҙләп таба һәм уларға үҙҙәренең Дуанью көнө айҡанлы байрам ойоштора.

1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ
1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ

1925 йылдың 1 июнендә Ҡытайҙың Сан-Францисколағы (АҠШ) генераль консулы бында күсеп килгән етем ҡытай балаларын эҙләп таба һәм уларға үҙҙәренең Дуанью көнө айҡанлы байрам ойоштора.

Ошо уҡ ваҡытта Европала Женева ҡалаһында балалар проблемаларын тикшергән беренсе халыҡ-ара конференция барған.

Ошо ваҡиғалар Балаларҙы яҡлау көнө итеп ниндәй датаны билдәләүҙе хәл иткән, тиҙәр.

ХХ быуаттың 50-се йылдарында БМО-ла Балаларҙы яҡлау көнөн булдырыу фекере ҡуҙғатыла. 1959 йылда БМО Бала хоҡуҡтары декларацияһын әҙерләй. Ул ҡәтғи көскә эйә булмай, положениелары тик тәҡдим рәүешендә генә була.

1989 йылда БМО Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция сығара. Был балаларға ҡағылған тәүге халыҡ-ара хоҡуҡ документы була. Уға төрлө илдәр ҡушыла. 1990 йылдың 13 июлендә Советтар Союзы Юғары Советы ла Конвенцияға ҡул ҡуя. Шулай итеп,  ул беҙҙең илдә лә көсөнә инә.

ҺҮРӘТТӘР – Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ЙӘЛИЛОВ Асҡар менән ӘЛИМБӘКОВ Рәмистең эштәре.

 

#Аманат_конкурстар#мин_донъяны_һүрәтләйем

1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ
1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ
1 ИЮНЬ – ХАЛЫҠ-АРА БАЛАЛАРҘЫ ЯҠЛАУ КӨНӨ
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас