+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Июня , 10:35

“Аманат” журналына ташламалы яҙылыу ун көнлөгө бара

Дуҫтар! 1 июндән 11 июнгә тиклем Бөтә Рәсәй ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. “Рәсәй Почтаһы” акционерҙар йәмғиәте баҫмаларға ташламалы яҙылыу иғлан итте. “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына, шул иҫәптән “Аманат”ҡа  ла,  2026 йылға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ.

“Аманат” журналына ташламалы яҙылыу ун көнлөгө бара“Аманат” журналына ташламалы яҙылыу ун көнлөгө бара
“Аманат” журналына ташламалы яҙылыу ун көнлөгө бара

Дуҫтар! 1 июндән 11 июнгә тиклем Бөтә Рәсәй ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө бара. “Рәсәй Почтаһы” акционерҙар йәмғиәте баҫмаларға ташламалы яҙылыу иғлан итте. “Республика Башкортостан” нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына, шул иҫәптән “Аманат”ҡа  ла,  2026 йылға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ.

Республика Башкортостан” нәшриәте баҫмаларына (кәм тигәндә ике атамаға)  яҙылыу ул үткәргән “Матбуғатҡа яҙыл да бүләк от” тигән отошта ҡатнашыу хоҡуғын бирә.

Һәр ваҡыттағыса, “Аманат” журналы редакцияһы ла үҙенең отошло уйынын үткәрә. Отош ярты йыллыҡҡа яҙылыу тамамланғас була. Журналға яҙылһағыҙ, квитанцияның йә чектың күсермәһен беҙҙең электрон почтағаamanat@yandex.ru йәки Рәсәй почтаһы аша конверт менән (450079, г. Уфа, ул. 50-летия Октября, 13, 7 этаж), йә булмаһа ВК-лағы төркөмөбөҙҙөң чатына (https://vk.com/amanatrb) хәбәр менән ебәрегеҙ. Еңеүсене велосипед көтә, башҡа приздар ҙа шәп кенә.

Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә. Тотош мәктәп менән журналыбыҙға яҙылған осраҡта ул мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ.

Тотош синыф менән яҙылған осраҡта синыфҡа – етәксеһенең исем-шәрифе яҙылған Маҡтау билдәһе, етәксеһенә “Рәхмәт кәлимәһе” ебәреләсәк. Был грамоталар уҡытыусыларға категорияны күтәреүҙә иҫәпкә алына.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас