+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
1 Июня , 12:45

Эльза Әхмәтханова Башҡортостан Башлығы ҡулынан бүләк алды

28 майҙа «Китап байрамы» IV халыҡ-ара китап йәрминкәһен рәсми асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVIII «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе¸ Гран-при хужаһы ӘХМӘТХАНОВА Эльзаны бүләкләне.

Эльза Әхмәтханова Башҡортостан Башлығы ҡулынан бүләк алдыЭльза Әхмәтханова Башҡортостан Башлығы ҡулынан бүләк алды
Эльза Әхмәтханова Башҡортостан Башлығы ҡулынан бүләк алды

28 майҙа «Китап байрамы» IV халыҡ-ара китап йәрминкәһен рәсми асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVIII «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр төбәк-ара конкурсының абсолют еңеүсеһе¸ Гран-при хужаһы ӘХМӘТХАНОВА Эльзаны бүләкләне.

Эльза Борай районы Борай ауылы  3-сө урта мәктәбенең 11-се синыфын тамамлай. Еңеүгә өлгәшеү еңел булмай. Быйыл ул конкурста дүртенсе тапҡыр ҡатнаша һәм ниһайәт еңеүсе генә түгел, ә абсолют еңеүсе, Гран-при хужаһы була. Афарин, Эльза!

Эльза Әхмәтханова конкурста ҡатнашыусыларҙы ла, жюри ағзаларын ла эпосты һөйләү, аудиторияны үҙенә ҡаратып тотоу оҫталығы, тауышының көсө, рухи ныҡлығы менән хайран итә.

Эльза “Урал батыр” эпосын тулыһынса ятлаған!

Ҡыҙҙың етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Әлфит ҡыҙы Йәғәфәрова. Эльза әүҙем, алсаҡ кеше, төрлө олимпиадаларҙа ихлас ҡатнаша, еңеүҙәр һәм призлы урындар яулай. Бейергә ярата. Быйыл 11-се синыфты яҡшы билдәләргә генә тамамлаған, алдында Берҙәм дәүләт имтихандары тора. Тормошон ул медицинаға бағышларға теләй. Эльзаға ғүмере буйы тик уңыштар юлдар булһын!

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас