

Быйылғы “Китап байрамы” IV халыҡ-ара китап йәрминкәһе тамамланды. Совет майҙанында үткән йәрминкә сараларына йәмғеһе 118 мең кеше килгән.
Йәрминкәнең көндәре Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” патриотик темаһына арналды.
– “Китап байрамы” китап йәрминкәһе сараларына 118 мең кеше килде. Был былтырғынан кәмерәк, ниңә шулай булғанын белмәйем. Ә һатыуҙар суммаһы ике тапҡырға артҡан, 20 миллион һум самаһы, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров, килеүҙәрҙе анализларға ҡушып.
- Һан буйынса иң күп китапты Беларусь Республикаһы алып килгән – йөктөң ауырлығы ғына ла 2,5 тонна булған. Беларусь китаптарының 1000 атамалыһы тәүләп донъяға Өфөләге йәрминкәлә күрһәтелгән.
- “Планета книги” нәшриәт һәм сауҙа селтәре беренсе көндө үк 1 миллион һумлыҡ китап һатҡан.
- БДПУ алдындағы Аҡмулла майҙанында өс көндә Республика халыҡ ижады үҙәге 94 оҫталыҡ дәресе, тематик осрашыу һәм программа үткәргән. Уларҙа 3 меңләп кеше булған.
- Милли музейға Рәсәй халыҡтарының 9 эпосы тапшырылған.
- “ВКонтакте” социаль селтәрендә йәрминкә тураһындағы публикацияларҙы 14 меңдән ашыу кеше уҡыған, ҡарауҙар 191 меңдән ашҡан.
- Ваҡытлы матбуғат баҫмаларында бер ай эсендә “Китап байрамы” тураһында 3 меңдән ашыу публикация сыҡҡан. Социаль селтәрҙәрҙә 17 меңләп хәбәр теркәлгән: дөйөм солғау – 6,4 млн, дөйөм аудитория – 57 млн кеше.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ