

Йылайыр районы Йылайыр ауылының паркында Балаларҙы яҡлау көнөнә арналған сағыу сара үтте.
Балалар уйнаны-көлдө, талантлы балалар матур концерт ҡуйҙы. Күңелле старттар, асфальтта һүрәт төшөрөү конкурсы үтте. Һәр балаға татлы приз һәм бүләк таратылды.
Байрам яңыртылған йәмәғәт биләмәһендә үтте. Парк “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының “Уңайлы ҡаласа мөхит булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә төҙөкләндерелгәйне.
Сығанаҡ: Йылайыр район хакимиәте.