+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Июня , 08:23

Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша

Үткән ял Башҡортостан уҡыусылары инженерлыҡ һәләттәрен күрһәтте – “Йәш техниктар һәм инновация лидерҙары” тигән Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Йәш уйлап табыусылар йыһан ҡушымталарынан алып яугирҙар өсөн приборҙарға тиклем үҙҙәре уйлап тапҡын һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән нәмәләрҙе килтергән.

Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярышаБуласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша

Үткән ял Башҡортостан уҡыусылары инженерлыҡ һәләттәрен күрһәтте – “Йәш техниктар һәм инновация лидерҙары” тигән Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы үтте. Йәш уйлап табыусылар йыһан ҡушымталарынан алып яугирҙар өсөн приборҙарға тиклем үҙҙәре уйлап тапҡын һәм үҙ ҡулдары менән эшләгән нәмәләрҙе килтергән.

Ҡатмарлы-ҡатмарлы  IT-алгоритмдар,  “Йәш техник - химия” белем биреү йыйылмаһы, сәләмәтлекте күҙәтеү өсөн медицина приборҙары, вездеходтар өсөн инженерлыҡ уйлап табыуҙары, ышаныслы рациялар, метеостанциялар, МХО яугирҙары өсөн реабилитация аппараттары – нимә генә юҡ бында!

Иң шәп эштәрҙе октябрҙә Дәүләт Думаһында үтәсәк конкурс финалына алып китәләр. Ә ҡулланыу йәһәтенән эксперттарҙы айырыуса таң ҡалдырған проекттар көҙ Екатеринбургта үтәсәк Бөтә донъя  йәштәр фестиваленә ҡуйыласаҡ.

Жюри төрлө номинацияла еңеүселәрҙе атаны:

“Йыл остазы” – Сергей БЫВАЛЬЦЕВ, Өфөнөң “Звездный” техномәктәбе

“Көндәлек тормошобоҙҙо үҙгәртеүсе идеялар” – Богдан ЧЕРНОВ, Рәмил МӨРСӘЛИМОВ, Күмертау балалар ижады үҙәге

“Медицина” – Искәндәр ХАРИПОВ, Республика балалар технопаркы

“Сәнәғәт технологиялары һәм инженерлыҡ сиселештәре” – Искәндәр НАСИРОВ, Шишмә районы

“Киләсәктең транспорт технологиялары”  – Искәндәр БАКИРОВ, Владислав ПРЯНИШНИКОВ, Республика балалар технопаркы

“Мәғарифта ИТ-сиселештәр”– Тимур ӘХМӘҘУЛЛИН, Ислам ЗАЛЯЕВ, Балалар һәм үҫмерҙәр ижад йорто

“Фән һәм техниканы популярлаштырыу” – Анастасия ИММИС, Дарья ИВАНОВА, Өфөнөң 60-сы лицейы

“Рәсәйҙең традицион ҡиммәттәрен һаҡлау” – Әмир ИСАЕВ, Республика балалар технопаркы һәм Имилә ШӘКҮРОВА, Шишмә районы.

РЖД-нан махсус приз – Аяз ВАХИТОВ, Шишмә районы.

Фото:  Республика балалар технопаркы

Фото: БР Мәғариф министрлығы / матбуғат хеҙмәте.

Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Буласаҡ уйлап табыусылар һәм инженерҙар ярыша
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас