

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә легендар эт эшләй. Ул – Торин ҡушаматлы ҡотҡарыусы эт. Бөгөн уға 12 йәш тулған. Шуның ун йылын Торин кешеләрҙе эҙләүсе булып эшләй.
Бордер-колли тоҡомло был эткә Джон Рональд Руэл Толкин әҫәрҙәре геройы Торин Дубощиттың исеме ҡушылған.
Өс айлыҡ көсөк кенә сағында Торин эҙселектең нигеҙҙәрен үҙләштерә. Тәбиғәттә, техноген емереклектәрҙә кешеләрҙе табырға өйрәнә.
Ун йыл эсендә Торин тиҫтәләрсә эҙләү-ҡотҡарыу операцияһында ҡатнаша. 2023 йылдың февралендә Торин Төркиәлә ер тетрәгәндән һуң емереклектәрҙә эшләй. Ул ишелгән стеналар, таштар аҫтында ҡалған ике кеше сығарыу юлын табыша.
Оҙаҡ йәшә, Торин! Сәләмәт бул, тәмле аша!
Фото: Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты / макс.
Башинформ таҫмаһынан.