+12 °С
Облачно
Яңылыҡтар
2 Июня , 07:10

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы яҡынлаша

19–20 июндә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы үтәсәк. Әле унда ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Моң бәйгеһе өс йәш төркөмөндә уҙғарыла: - 12 йәшкә тиклемгеләр - 12– 16 йәшлектәр - 16 йәштән өлкәндәр.

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы яҡынлашаЙомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы яҡынлаша
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге ҡурайсылар конкурсы яҡынлаша

19–20 июндә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы үтәсәк. Әле унда ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Моң бәйгеһе өс йәш төркөмөндә уҙғарыла:

- 12 йәшкә тиклемгеләр

- 12– 16 йәшлектәр

- 16 йәштән өлкәндәр.

Ғаризалар 15 июнгә тиклем ҡабул ителә.

Ҡурайсылар конкурсы быйыл мәшһүр Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арнала. Унда һәүәҫкәрҙәр ҙә, профессионалдар ҙа ҡатнаша ала.

Йомабай Иҫәнбаев – ҡурай тартыуҙы профессиональ кимәлгә күтәргән, уны сит илдәрҙә танытҡан музыкант.

2024 йылда Хәйбулла районында Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл асылды.

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге / матбуғат хеҙмәте.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас