+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Июня , 09:45

Өфөгә “Театраль поезд” ҡыҙыҡлы тамашалар алып килә

8–9 июндә Өфөгә “Театраль поезд” килә. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған проект саралары тамашасыларҙы, шулай уҡ балаларҙы саҡыра. Илдә тәүге тапҡыр “Владивосток – Мәскәү” һәм “Севастополь – Мәскәү” поездары бер-береһенә табан юлға сыға. Улар 30 июндә Мәскәүҙә осрашасаҡ.

Өфөгә “Театраль поезд” ҡыҙыҡлы тамашалар алып киләӨфөгә “Театраль поезд” ҡыҙыҡлы тамашалар алып килә
Өфөгә “Театраль поезд” ҡыҙыҡлы тамашалар алып килә

8–9 июндә Өфөгә “Театраль поезд” килә. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған проект саралары тамашасыларҙы, шулай уҡ балаларҙы саҡыра. Илдә тәүге тапҡыр “Владивосток – Мәскәү” һәм “Севастополь – Мәскәү” поездары бер-береһенә табан юлға сыға. Улар 30 июндә Мәскәүҙә осрашасаҡ.

Көнсығыш маршрут – 25, көньяҡтыҡы 19 ҡалала, шул иҫәптән Өфөлә була. Проектта 5000-дән ашыу артист ҡатнаша, улар 280-ләп  постановка күрһәтәсәк.

Һәр ҡалала ике көнлөк театр фестивале – спектаклдәр, ағартыу саралары, оҫталыҡ дәрестәре, ижаи осрашыуҙар – була.

 

Өфөгә Һамар һәм Һарытау өлкәләренән ҡунаҡтар киләсәк:

Һамарҙан Д.Д. Шостакович исемендәге опера һәм балет академия театры балаларға – “Репка” (Р. Сәғҙиев буйынса) тигән опера,

Һамар ҡурсаҡ театры – “Жил-был Король” (С.Седов буйынса) тигән спектакль,

“Грань” драма театры  – “Мой бедный Марат” (А.Арбузов) спектакле,

 “Балаганчикъ” Балалар һәм йәштәр өсөн драма, музыка һәм поэзия театры – “Жила-была Деревенька” (Е. Гладырева сценарийы),

Һарытау өлкә филармонияһының “Парафраз” халыҡ инструменттары ансамбле – “Кот в сапогах по-русски” мюзиклы (Д. Самойлов буйынса),

Вольск ҡалаһы драма театры “Барышня-крестьянка” (А. Пушкиндан) спектаклдәре менән ҡыуандырасаҡ.

 

Республикабыҙ театрҙары ла проектҡа ҡушыла. Улар күрһәтәсәк тамашалар:

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры – “Тылсымлы тирмән” (Мостай Кәрим буйынса),

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы – БР Милли халыҡ инструменттары оркестры сығышы,

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры – “Урал батыр”  спектакле,

БР Рус дәүләт академия драма театры – “Собрание сочинений” (Е. Гришковец),

Өфө дәүләт “Нур” татар театры – “Ғәлиәбаныу” (М. Фәйзи).

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә Һамар ҡурсаҡ театры сығыш яһаясаҡ.

“Серебряная маска” БДАУ Халыҡ студенттар театры  “Сон в летнюю ночь” (У. Шекспир) спектаклен күрһәтә (Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда).

 

Спектаклдәрҙән башҡа ике көн буйы Өфө тимер юл вокзалының көтөү залында Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының 150 йыллығына арналған күргәҙмә, шулай уҡ һәүәҫкәр театрҙарҙың ижади программаһы эшләйәсәк.

8 июндә Актерҙар йортонда театр белгесе, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Ирина Шәмсетдинова лекция уҡый. Шунан репертуар һайлау, балалар театр коллективы менән эшләү тураһында оҫталыҡ дәресе үтә. Мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн был сараны Вольск театрының баш режиссеры Петр Куликов алып барасаҡ.

Спектаклдәргә билет менән индерәләр, ә БДАУ студент театрының “Сон в летнюю ночь” спектакленә инеү бушлай. Ул 9 июндә була.

 

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы / матбуғат хеҙмәте.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас