+13 °С
Дождь
Яңылыҡтар
4 Июня , 11:16

Өфөләр орбиталағы космонавт менән һөйләште

Өфөлә ҡала планетарийы эргәһендә Халыҡ-ара космос станцияһы менән радиоһәүәҫкәрҙәрҙең бәйләнешкә инеү сеансы үтте. Студенттар һәм уҡыусылар орбиталағы һынаусы космонавт Сергей Микаевҡа һорауҙар биреү мөмкинлеген алды.

Өфөләр орбиталағы космонавт менән һөйләштеӨфөләр орбиталағы космонавт менән һөйләште
Өфөләр орбиталағы космонавт менән һөйләште

Өфөлә ҡала планетарийы эргәһендә Халыҡ-ара космос станцияһы менән радиоһәүәҫкәрҙәрҙең бәйләнешкә инеү сеансы үтте. Студенттар һәм уҡыусылар орбиталағы һынаусы космонавт Сергей Микаевҡа һорауҙар биреү мөмкинлеген алды.

Радиобәйләнеште Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе  Өфө планетарийы менән берлектә ойошторған. Сеансты Осоштарға идара итеү үҙәге раҫлаған. Техник йәһәттән Федерацияның Башҡортостан бүлексәһенең космос элемтәһе буйынса совет рәйесе ярҙамсыһы Денис Мокрополов тәьмин иткән.

Бәйләнеш 3 июндә 14 сәғәт 35 минутта башланған һәм 8 минут самаһы дауам иткән. Сергей Микаев өфөләрҙең 11 һорауына яуап биреп өлгөргән.

Фото: Өфө ҡала планетарийы / МАКС.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас