

1 июндән Рәсәйҙә белем биреү өлкәһен мониторинглау өсөн берҙәм цифрлы платформа эшләй башланы.
Был турала хәбәр иткән ил Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко платформала 800-ләгән федераль һәм төбәк күрһәткесе тупланыуын белдерә. Улар араһында “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сараларынан алып мәғариф инфраструктураһы, кадрҙар, һәр кемдең белем алыу мөмкинлеге, эш хаҡы, уҡытыусыларға төшкән көсөргәнешкә тиклем һәммәһе бар.
Системаны эшләүҙә 21 ойошма, шул иҫәптән министерстволар һәм ведомстволар ҡатнашҡан. Улар белем биреүҙең бөтә кимәлдәре буйынса 2 меңдән ашыу күрһәткесте тәҡдим иткән, төп төшөнсәләр һәм терминдар исемлеген төҙөгән.
Системаға инеү Рособрнадзор рөхсәте буйынса тормошҡа ашырыла. Системаның артабан мәғарифтағы проблемалы мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм прогнозлау өсөн дә ҡулланылыуы ихтимал.
Сығанаҡ: Башинформ.