

Рәсәйҙә киләһе 10 йылға балаларҙы һаҡлау һәм яҡлау стратегияһын эшләгәндәр. Ул эҙемтәләр менән көрәшеү генә түгел, ә проблемаларҙы иҫкәртеү һәм булдырмау маҡсатын ҡуя.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин 2036 йылға тиклем бәлиғ булмағандарҙың ҡарауһыҙлығын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеү системаһын үҫтереү концепцияһына ҡул ҡуйған.
Документ 75 пункттан тора. Улар булған закондарҙы камиллаштырыуҙан алып урындарҙа конкрет саралар үткәреүгә тиклем киң даирәне солғай.
Документ нигеҙенә ятҡан статистика был темаға ныҡлы иғтибар биреү һәм кисекмәҫтән саралар күрә башлау кәрәклеген күрһәтә. Былтыр илдә бәлиғ булмағандар тарафынан һәм улар ҡатнашлығында 29,1 мең енәйәт ҡылынған. Шуның 9 меңе – интернет ярҙамында. Террористик енәйәттәргә ылыҡтырылған балалар һаны күп тапҡырға артҡан: 2022 йылда 30 булһа, 2025 йылда – 249. Тыйылған матдәләр әйләнешендәге енәйәт эштәре элекке 2,1 меңдән 2025 йылда 5,5 меңгә тиклем артҡан.
Яңы стратегия 2017 йылда ҡабул ителгән элеккеһенә алмашҡа килә.
Иғтибар үҙәгендә – “ауыр” үҫмерҙәр генә түгел, уларҙың ғаиләләре лә. Психологик ярҙам көсәйтеләсәк, үҫмерҙәр үҙәктәре һәм остазлыҡ селтәрҙәре йәйелдереләсәк. Айырым блок интернетта хәүефһеҙлеккә бәйләнгән: хәүефле контентты бикләүҙән алып балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе цифрлы мөхит гигиенаһына өйрәтеүгә тиклем саралар күҙҙә тотола.
Фото: Башинформ / архив.
Сығанаҡ: Башинформ.