+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
6 Июня , 07:45

Ҡариҙелдә балаларҙы китап донъяһына саҡырғандар

Ҡариҙел районы балалары өсөн “Уйна! Уҡы! Ғәжәплән!” тигән шәп сара үткәргәндәр. Уны райондың Үҙәк моделле китапханаһы Халыҡ-ара балалар көнөнә арнап “Ғаилә” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторған.

Ҡариҙелдә балаларҙы китап донъяһына саҡырғандарҠариҙелдә балаларҙы китап донъяһына саҡырғандар
Ҡариҙелдә балаларҙы китап донъяһына саҡырғандар

Ҡариҙел районы балалары өсөн “Уйна! Уҡы! Ғәжәплән!” тигән шәп сара үткәргәндәр. Уны райондың Үҙәк моделле китапханаһы Халыҡ-ара балалар көнөнә арнап “Ғаилә” милли проекты маҡсаттарына ярашлы ойошторған.

Балалар рәхәтләнеп китап донъяһына сумған, тапҡырлығын, белемдәрен күрһәткән, фантазияға ла киңлек асылған, мауыҡтырғыс китаптар табылған. Өҫтәл уйындары балаларҙы командаларға берләшеп, ҡомарланып көс һынашыуға йәлеп иткән.

Миңә “Уйна! Уҡы! Ғәжәплән!” сараһы бик оҡшаны. Бигерәк тә хәҙерге интерактивтар ныҡ иҫтә ҡалды – ҡыҙыҡ булды һәм һис ялҡытҡыс түгел, бөтәһен дә үҙең эшләп ҡарарға мөмкин булды. Миңә тағы аҡыллы глобус бик ныҡ оҡшаны: уның ярҙамында мин илдәр һәм донъя тураһында күп яңылыҡтар белдем. Көн күңелле һәм фәһемле үтте”, – ти сарала ҡатнашҡан Айназ Хәмүтмуллин.

 

Сығанаҡ: Ҡариҙел район хакимиәте.

Ҡариҙелдә балаларҙы китап донъяһына саҡырғандар
Ҡариҙелдә балаларҙы китап донъяһына саҡырғандар
Ҡариҙелдә балаларҙы китап донъяһына саҡырғандар
Ҡариҙелдә балаларҙы китап донъяһына саҡырғандар
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас