+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
6 Июня , 07:23

Сәхнәгә бәләкәй бейеүселәр саҡырыла

Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле балалар бейеү коллективтарының хореография фестивален ойоштора. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған фестиваль 20 июндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.

Сәхнәгә бәләкәй бейеүселәр саҡырылаСәхнәгә бәләкәй бейеүселәр саҡырыла
Сәхнәгә бәләкәй бейеүселәр саҡырыла

Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле балалар бейеү коллективтарының хореография фестивален ойоштора. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған фестиваль 20 июндә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк.

Фестивалдә ҡатнашалар:

“Урал” дәүләт академия бейеү ансамбленең балалар хореография студияһы (Силәбе),

“Тархан” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Туймазы),

“Далан” өлгөлө хореография ансамбле, РФ һәм РБ атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы (Ҡырмыҫҡалы),

“Салауат” өлгөлө бейеү академияһы (Өфө).

Балалар бейеү коллективтары башҡорт һәм донъя халыҡтары бейеүҙәрен күрһәтәсәк.

 

Фотола – “Далан” ансамбле .

Фото: Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте / мәҙәниәт бүлеге.

Башинформ таҫмаһынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас