

Өфөнөң 40-сы моделле китапханаһы 5-се китапхана менән берлектә йәйге лагерҙа ял иткән балалар өсөн “Урал батыр” эпосы буйынса әҙәби сәғәт үткәргән.
“Башҡортостандың ете мөғжизәһе” иҫәбенә ингән эпос төрки халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы тип танылған. Китапханасылар балаларҙы эпостың тарихы, сюжеты, әһәмиәте, философик төшөнсәләре менән таныштырған.
Сарала ҡатнашыусылар “Урал” башҡорт халыҡ моңо аҫтында эпостан өҙөктәр уҡыған. Күмәкләшеп “Урал батыр” тигән йәнһүрәтте ҡарағандар.
Сара балаларҙы башҡорт халҡының шедевры менән таныштырып ҡына ҡалмаған, уларҙың донъяға ҡарашын киңәйткән, илһөйәрлеккә өйрәткән.
Фото: 40-сы моделле китапхана.