

Бөгөн “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһына әҙерлек буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Республикабыҙҙың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов был сараның Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы тарафынан «Халыҡ ижады – балалар өсөн» тигән программа сиктәрендә үткәрелеүе тураһында һәм илебеҙҙең 80 төбәгенән барлығы 1100 бала киләсәге хаҡында һөйләне.
– Илебеҙҙең тарихын һәм мәҙәниәтен киләсәк быуын белеп үҫеүе – яҡшы күренеш. Төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен белеп, ылығып, яратып һәм ғорурланып үҫкән балаларҙың киләсәктә илһөйәр булыуы һис шикһеҙ.
Беҙ ҡунаҡтарға республикабыҙҙың ҡунаҡсыллығын һәм йөҙөн күрһәтәйек. Балаларыбыҙға яңы дуҫтар табыу юлын асҡан был сараны юғары кимәлдә үткәрергә кәрәк, – тине сығышында Фәнүр Рәфис улы.
Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 23–27 июндә Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында үтәсәк. Беҙҙең республиканан 3 ижади төркөм һәм 2 солист ҡатнашасаҡ.
Фольклориаданың режиссерҙары Илшат Фәхретдинов һәм Линара Хәкимова әйтеүенсә, ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы бик ҙур һәм бай эстәлекле, ҡыҙыҡлы байрам көтә.
Шулай итеп,
24 июнь 16 сәғәттә Ленин урамы буйлап парад үтәсәк.
Совет майҙанында сараны асыу тантанаһы була. Унда 18 ижади төркөм сығыш яһаясаҡ.
Кис 21 сәғәттән 22 сәғәткә тиәклем Мәскәү ҡунағы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девяткинаның сығышы көтөлә.
25 июнь 11-ҙән 17 сәғәткә тиклем Өфөнөң 4 паркында – Иван Яҡутов, Дим биҫтәһендә «Дим», «Беренсе Май», «Волна» ял һәм мәҙәниәт парктарында фольклор яратыусы балаларҙың сығышы планлаштырылған.
Шулай уҡ һәр паркта Рәсәй халыҡтары уйындары тәҡдим ителәсәк. Оҫталыҡ дәрестәре үтәсәк. Шулай уҡ ҡунаҡтар Өфөнөң Ҡурсаҡ театрына һәм башҡа мәҙәни усаҡтарына барасаҡ.
Иң һуңғы көндә махсус ҡунаҡтар сығыш яһаясаҡ. Кемдәр икәнен әлегә сер итеп ҡалдырабыҙ. Мотлаҡ яҙырбыҙ.
Һеҙҙең барығыҙҙы ла 23 июнь Совет майҙанында Бөтә Рәсәй фольклориадаһын асыу тантанаһында көтөп ҡалабыҙ.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ! Сараның программаһын һалып барырбыҙ.