

Сибай ҡалаһы балалар экология-биология үҙәге тәрбиәләнеүсеһе ВӘЛИЕВА Самира менән Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәге уҡыусыһы РУССКИХ Екатерина илдең йәш экологтар йыйылма командаһына индерелгән.
Команда Рәсәй һәм Беларусь йәш экологтарының “Экология без границ” тигән слетында ҡатнашасаҡ. Командаға Рәсәйҙең иң алдынғы 35 уҡыусыһы ингән.
Йыйылма командаға һайлау бик көсөргәнешле барған. Балалар араһынан иң-иңдәр тупраҡ өйрәнеүселәр, ботаниктар, орнитологтар, энтомологтар һәм гидробиологтар номинацияларына һайлап алынған.
Слет Смоленск өлкәһендә 6–11 июлдә үтәсәк.
Сара “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фото: БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башинформ таҫмаһынан.