+16 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Июня , 08:50

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Райондарҙа һәм Өфөлә эшләгән М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабтарында өлкәндәр менән бергә балалар һәм үҫмерҙәр ҙә ағза булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  социаль селтәрҙәрҙә был штабтарҙың республикала 20 меңләп кешене изге маҡсат менән берләштереүе тураһында һөйләй.

Ирекмәндәр ярҙамға ашығаИрекмәндәр ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр ярҙамға ашыға

Райондарҙа һәм Өфөлә эшләгән М. Шайморатов исемендәге ирекмәнлек штабтарында өлкәндәр менән бергә балалар һәм үҫмерҙәр ҙә ағза булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  социаль селтәрҙәрҙә был штабтарҙың республикала 20 меңләп кешене изге маҡсат менән берләштереүе тураһында һөйләй.

Нефтекамала штабсылар ҡала хакимиәте вәкилдәре менән бергә МХО яугирының әсәһе Луса Александровнаның өйөнә барып, хужалығында  ярҙамлашҡан, утын килтерткән.

Бөрө районында мәктәп уҡыусылары Надежда Вениаминовнаны шефҡа алған. Үҫмерҙәр уға һыу ташый, өй эштәрендә ярҙамлаша.

Миәкә районында “шайморатовсылар” МХО яугирының әсәһе Әлмирә апайға йылытма йыйышҡан. Әлмирә апай үҙе лә ирекмән, маскировка селтәре бәйләшә, гуманитар йөктәр йыйыша.

Ғафури районы ирекмәндәре Ырымбурҙағы госпиталдә ятҡан яугирҙарға күстәнәстәр алып барған.

Ирекмәндәребеҙ иҫ киткес күп изге эштәр башҡара.

 

Фото: Радий Хәбиров / социаль селтәрҙәр.

 

 

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр ярҙамға ашыға
Ирекмәндәр ярҙамға ашыға
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас