

Бына һиҙелмәйәсә дүрт йыл шау-гөр килеп үтеп тә китте. Ваҡыт ысынлап тиҙ йүгерә… Хеҙмәт стажымда быйыл – 8-се сығарылышым. Һәр уҡыусым күңелгә яҡын, ғәзиз. Әлеге сығарылыш уҡыусыларым бигерәк илгәҙәк, өлгөр, етеҙ, йылғыр булды. Улар ҙа минең кеүек көнсығыш календары буйынса Кәзә йылында тыуған. Мин уларҙы йыш ҡына шаяртып: “Минең кәзә бәрәстәрем”, – тим.
Күңелле, сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды башланғыс мәктәптә белем өләшеү. Ниндәй генә конкурстарҙа, ярыштарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашманыҡ беҙ улар менән!
Араларында оҫта бейеүселәр ҙә, ҡурайҙа, гитарала, синтезаторҙа, ҡумыҙҙа уйнаусылар ҙа бар. Тасуири шиғыр һөйләүселәр ҙә, моңло итеп йырлаусылар ҙа, һоҡландырғыс итеп һүрәт төшөрөүселәр ҙә күп. Спортта ла алдынғы булдылар. Бигерәк тә көрәш, каратэ, волейбол, футбол менән яратып шөғөлләнәләр, артабан да дауам итерҙәр, тип ышанып ҡалам.
2022 йылдың 1 сентябрендә тәү тапҡыр гимназия ишеген асҡан, оялып ҡына торған малай-ҡыҙҙарым бына инде үҫеп, аҡылланып, төплө фекер йөрөтә белгән малай-ҡыҙҙар хәҙер! Һәр ҡайһыһы сағыу шәхес! Хатта күңелдә һәр береһе тураһында шиғри юлдар ҙа тыуҙы:
Күп китаптар уҡырға
Ярата Нурзиләбеҙ.
Һандар менән эш итә,
Мәсьәләне тиҙ сисә.
Айхан атлы малайыбыҙ –
Йырсы ла, бейеүсе лә.
Беҙҙең бит ул кәйефтәрҙе
Күтәреп ебәреүсе лә.
Аяз беҙҙең – көрәшсе
Каратэны ла үҙ итеүсе,
Тупты ла төҙ бәреүсе,
Математиканы иш итеүсе.
Әҙилә беҙҙең алдыра
Йырға ла, һөйләүгә лә.
Ярҙамсыл да, уңған да,
Дәрестәрҙә уң ҡул да.
Илмир беҙҙең бик оҫта
Һүрәттәрҙе төшөрә.
Шиғырҙар ҙа рифмалай,
Ҡурайҙа ла өҙҙөрә.
Азалия исемле ҡыҙыбыҙ
Бик йылғыр һәм дә зирәк.
Тыпырлатып бейеп китһә,
Дәртләндерә ул бигерәк.
Мәҙәни эштә, бар ерҙә
Өлгөр ҡыҙыбыҙ Нәргизә.
Һәр саҡ булдың һин зирәк,
Алға үрләү гел кәрәк.
Илдар инде Илдар ул,
Ул үҙе берәү генә.
Бар һорауҙарға яуабы
Бит уның әҙер генә.
Розалия ЙӘЛИЛОВА,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.