

А.Н. Туполев исемендәге Ҡазан милли тикшеренеү техник университетында өлкән синыфтар уҡыусылары өсөн үткәрелгән KAIPhO халыҡ-ара олимпиадаһынан Башҡортостан уҡыусылары миҙалдар алып ҡайтҡан.
Интеллектуаль бәйгелә 17 ил вәкилдәре ҡатнашты, тип һөйләй Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин.
Халыҡ-ара олимпиадалағы мәсьәләләр кимәле мәктәп программаһынан байтаҡҡа ашып киткән. Кесе лигала сығыш яһаған 9-сы синыфтарға Рәсәйҙең 10-сы синыф стандарттарына тап килгән мәсьәләләр ҙә бирелгән.
Беҙҙең уҡыусыларҙың ярыш һөҙөмтәләре:
өлкән лигала
ШТРО Марк, 83-сө инженерлыҡ лицейының 10-сы синыфы – алтын миҙал
ЕДРЕНКИН Никита , 153-сө лицей 11-се синыф – көмөш миҙал
САМСОНОВ Роман, 83-сө инженерлыҡ лицейының 11-се синыфы – көмөш миҙал
АҘНАБАЕВ Урал, 93-сө физика-математика лицейының 11-се синыфы – көмөш миҙал
РЫБАКОВ Кирилл, 93-сө физика-математика лицейының 10-сы синыфы – бронза миҙал
ҒИЛМАНОВ Тимур, 93-сө физика-математика лицейының 10-сы синыфы – бронза миҙал
ГОРДИЕНКО Максим, 123-сө лицей 10-сы синыф – бронза миҙал
Бөтәһе лә Өфө уҡыусылары;
кесе лигала
КАМСКИЙ Андрей, Өфөнөң 83-сө инженерлыҡ лицейы 9-сы синыф – көмөш миҙал
ИҪӘНБАЕВ Владислав, Сибай 9-сы лицейының 9-сы синыфы – бронза миҙал
ЗАҺИРОВА Әмирә , Өфөнөң 153-сө лицейы 9-сы синыф – бронза миҙал.
Кесе лигала ҡатнашып, мәктәп программаһында әле үтмәгән мәсьәләләрҙе уңышлы сискән уҡыусыларҙы министр айырым бер һоҡланыу менән билдәләй. Ул һәр ҡатнашыусыға, уларҙың ата-әсәләренә, уҡытыусыларына, шулай уҡ йыйылма команда тренеры Анна Шишкинаға уңыштар теләй һәм рәхмәт белдерә.
Фото: Илдар Мәүлетбирҙиндың МАКС-тағы рәсми каналынан.
Сығанаҡ: Башинформ.