

Башҡортостан Милли музейында уйынсыҡтар күргәҙмәһе асылған. “Уйынсыҡ: традициялар коды” тигән был күргәҙмә 26 июлгә тиклем эшләйәсәк.
Экспозицияла заманса итеп эшләнгән халыҡсан уйынсыҡтар күп. Уйынсыҡ оҫталары, биҙәк-төҫтәр, тәбиғи материалдар ҡулланып, уйынсыҡтарҙың мәғәнәүи үҙенсәлектәрен, тәрән символизмды асыуға өлгәшкән.
Уйынсыҡтар күргәҙмәһе Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған. Өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы барғанда уйынсыҡтарҙы күрергә килеүселәр бигерәк күп булыр, моғайын.
Фото: Милли музей / матбуғат хеҙмәте.
Башинформ таҫмаһынан.