

12 июндә Башҡортостандың дүрт үҫмере ҡулына тәүге паспортын алды. Паспорттарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө – хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” стелаһы эргәһендә тапшырҙы.
Паспорт алыусылар:
БАЛАНДИНА Софья, Өфөнөң 113-сө мәктәбе уҡыусыһы
ХАФИЗОВ Искәндәр, Өфөнөң 1-се лицейы уҡыусыһы
ИДРИСОВ Асҡар, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 2-се мәктәбе уҡыусыһы
ПАСТУХОВ Глеб, Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылы мәктәбе уҡыусыһы.
Тантананан һуң уҡыусылар ҡыуанысы менән уртаҡлашты: “Башҡортостан Башлығының ҡулынан паспорт алыу – беҙҙең өсөн оло ғорурлыҡ. Беҙҙең бөгөн хис-тойғолар урғыла”.
Ниндәй ҡаҙаныштары өсөн ҙур хөрмәт күрһәтелгән был балаларға?
Баландина Софья – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе, башланғыс бүлексәләрҙең федераль конкурсында, шулай уҡ “Вызов Первых”, “Зарница 2.0”, “Балалыҡ һәм йәшлек фестивале” проекттарында ҡатнашҡан. Йөҙөү буйынса беренселектә 1-се һәм 2-се урындар алғаны өсөн дипломдары, волейбол буйынса ҡала ярышында 2-се урын өсөн дипломы бар.
Хафизов Искәндәр – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарын ҡатнашыусыһы, төрлө дәрәжә лауреатлыҡҡа өлгәшкән. 4-се музыка мәктәбендә баян класында уҡый, Еңеү көнөнә арналған концерттарҙа ҡатнаша.
Идрисов Асҡар – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе, мәктәптең “Импульс” ирекмәндәр отряды ҡатнашыусыһы, мәктәптең бөтә саралары, акциялары, конкурстары – “Еңеү тәҙрәләре”, биләмәне йыйыштырыу буйынса ирекмәндәр отряды, “Беҙ хәтерләйбеҙ” – ҡатнашыусыһы. Район, зона, төбәк спорт ярыштары ҡатнашыусыһы. “Ҡурай – Чемпиондар йорто” проекты сиктәрендә үткән Урал аръяғы һуғыш оҫталыҡтары фестивалендә 1-се урын һәм “Дала арыҫландары” кикбоксинг турнирында 3-сө урын алған.
Пастухов Глеб – Беренселәр Хәрәкәте әүҙемсеһе. Байҡыбаш мәктәбе командаһы составында Өфөнөң Социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фонды тормошҡа ашырған “Изге эштәрҙең дүрт миҙгеле” проектында ҡатнашҡан. “Беренселәр ғаиләһе”нең Ҙур ғаилә уйындары” республика конкурсы мәктәп этабының еңеүсеһе.
Фото: Олег Яровиков / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.